ЧЕРНЯХОВСКАЯ Лилиә Рәшит ҡыҙы (27.8.1947, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д-ры (2004), проф. (2008). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы динамик объекттар м-н идара итеүгә арналған. Ч. ҡатнашлығында ҡатмарлы техник һәм соц.-иҡт. системалар м-н идара итеүҙең интеллектуаль системалары, киҫкен ситуацияларҙа ҡарар ҡабул итеүгә булышлыҡ иткән мәғлүмәт системалары эшләнә. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М., 2003 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления. М., 2010 (авторҙ.); Поддержка принятия решений при стратегическом управлении предприятием на основе инженерии знаний. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Б.Ғ.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов