ЧЕРТОК Юрий Владимирович (31.1. 1957, Нукус ҡ.), тренер. Халыҡ-ара шашка уйындары б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1998), халыҡ-ара мастер (1998), СССР спорт мастеры (1978). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (1994). Ҡарағанды политехник ин-тын тамамлаған (1979). РСФСР (1989) һәм АҠШ (2009) чемп., Бөтә донъя интеллектуаль спорт уйындарының көмөш призёры (1999). 1982 й. алып Пионерҙар һарайында шашка б-са тренер, 1985 й. — шашка б-са ДЮСШ-ла өлкән тренер-уҡытыусы, 1999 й. — “Нефтсе” проф. шашка клубы (бөтәһе лә — Ишембай ҡ.) рәйесе, 2002 й. — “Башнефть” проф. шашка клубы (Өфө) рәйесе һәм баш тренеры, бер үк ваҡытта 1999 й. башлап Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.С.Георгиев, Г.Р. Георгиева, Е.А.Мильшина, Т.М. Танһыҡҡужина, халыҡ-ара гроссмейстер М.А.Амриллаев, халыҡ-ара мастер О.В.Абдуллина, ш. уҡ 30-ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Салауат Юлаев орд. м-н бүләкләнгән (2001).

Тәрж. М.Н.Моратшина