ЧЕСНОКОВКА, Өфө р-нындағы ауыл, Чесноковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1285 кеше; 1920 — 1629; 1939 — 1279; 1959 — 993; 1989 — 1413; 2002 — 2196; 2010 — 3333 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, балалар йорто, “Аҡ тулкын” спорт клубы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә Успение ир-егеттәр монастыры крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1584 й. алып билдәле. Шулай уҡ Вознесенка исеме м-н теркәлгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Ч. баш күтәреүселәр үҙәге урынлашҡан. 1647 й. 29 йортта 81 кеше йәшәгән, 1865 й. 138 йортта — 787 кеше. Игенселек, баҡсасылыҡ, умарт-ҡ, күмер яндырыу м-н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, уч-ще, 2 һыу тирмәне булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, сиркәүәхәллә мәктәбе, һыра һәм 4 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Л.И.Ганцева, А.М.Горчилин, Н.А.Попов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев