ЧЕТВЕРИКОВ Борис Дмитриевич, Четвериков Дмитрий (20.6. 1896,Уральскҡ. — 17.3.1981, Ленинград), яҙыусы. М.В.Авдеевтың ейәне. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1917). Тәүге әҫәрҙәрен гимназияла уҡыған йылдарҙа “Мозаика” әҙәби йыйынтығында һәм “Уфимские губернские ведомости” гәз. баҫтыра. “Зәңгәр йылға” (“Голубая река”; 1933), “Эшлекле кешеләр” (“Деловые люди”; 1938) романдары, “Иртә” (“Утро”), “Ҡояшҡа ҡаршы” (“Навстречу Солнцу”; икеһе лә — 1967), “Тормошто данлау” (“Во славу жизни”; 1971) романдарын үҙ эсенә алған трилогия, “Туҡ ер” (“Сытая земля”; 1924), “Ал ҡыҙыл көндәр” (“Малиновые дни”; 1927) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары, “Уйсан ҡайындар иле” (“Страна задумчивых берёз”; 1967) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы. Ч. ижадына жанрҙарҙың һәм темаларҙың төрлөлөгө, хәҙ. заман м-н бәйләнеш хас. Башҡорт темаһы Ч. байтаҡ әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. “Күк һыйыр ите” (“Синяя говядина”; 1927) повесында Өфө ир балалар гимназияһы уҡыусыларының көндәлек тормошо, “Ҡалай фәрештә” (“Жестяной ангел”; 1922) хикәйәһендә Өфө ҡатын-ҡыҙҙар монастыры послушницаларының тормошонда революциянан (1917) һуң булған үҙгәрештәр күрһәтелгән. Әхлаҡи һайлау проблемаһына “Фатима” (1927) һәм “Туғандар” (“Братья”; 1957) хикәйәләре арналған. Ч. бер нисә тапҡыр Өфөгә килгән, 1944 й. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тында уның ижади кисәһе ойошторолған. Башҡортостанға барып ҡайтыу тәьҫораттары “Күрешеү” (“Свидание”; 1959) хикәйәһенең, “Һаумы, Өфө!” (“Здравствуй, Уфа!”), “Дала” (“Степь”) һ.б. шиғырҙарының нигеҙенә ятҡан. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ч. “Һуҡмаҡтар-юлдар” (“Стёжки-дорожки”; 1—4-се китаптар, нәшер ителмәгән; 5-се китап, 1991) иҫтәлектәре өҫтөндә эшләй. “Ил гиҙеүҙәр” исемле 2-се китабына Ч. Башҡортостанда үткән бала һәм үҫмер сағына арналған фрагмент инә [өҙөк “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; 4-се том, 1997) китабында баҫылған].

Әҫәрҙ.: Уфимские зори: повести и рассказы. Уфа, 1977.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.5. Уфа, 1968; Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов