ЧЕХИЯ, Чехия Республикаһы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны— 78,9мең км2. Баш ҡалаһы — Прага. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 10,5 млн кеше (2016): чехтар, словактар һ.б. Рәсми тел — чех теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар, протестанттар.

БР м-н Ч. бәйләнештәре РФ һәм Ч. араһындағы мөнәсәбәттәр сигендә алып барыла. Ч. һәм БР араһында сауҙа-иҡт. хеҙмәттәшлек т-да (1999), БР А.х. министрлығы һәм “Farmtec a.s.” компанияһы араһында хеҙмәттәшлек т-да (2012) меморандумдарға, Ч. БДБ илдәре б-са Сауҙа палатаһы һәм БР-ҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек т-да килешеүгә (2010) һ.б. ҡул ҡуйылған. Ч. РФ-тағы Илселеге делегацияһының (1994, 1995, 1999, 2001, 2007, 2012, 2016), Ч. хөкүмәте делегацияларының (1999, 2003, 2004, 2007—10, 2016), Ч. парламенты делегацияларының (2007, 2008) — Башҡортостанға; БР хөкүмәте делегацияларының (2001, 2004, 2006, 2008—10), БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачёв етәкс. БР делегацияһының (2006) Ч. рәсми визиттары була. Рәсәй-Ч. хөкүмәт-ара комиссияһы составында БР һәм Ч. башҡарма власть органдары араһында Сауҙа-иҡт., фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек б-са эшсе төркөм эшләй (2004 й. алып). БР-ҙың БДБ-нан тыш илдәр м-н тышҡы сауҙа әйләнешендә Ч. өлөшөнә 3% тура килә (2014). БР-ҙың һәм Ч. тышҡы сауҙа әйләнеше 418 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 44,3 тапҡыр күберәк). БР-ҙың Ч. экспорты 170,9 млн доллар (2000 й. — 0,2 млн доллар) иҫәпләнә; уның тауар структураһында алюмин изделиелар, химия сәнәғәте продукттары, ҡорамалдар һ.б. бар. Ч. машиналар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. импорты 247,1 млн доллар (2000 й. — 9,2 млн доллар) тәшкил итә. 2016 й. БР терр-яһында “Чехия Эшлекле Үҙәге” ЯСЙ (Ч. дәүләт һәм коммерция мәктәптәренең, әҙерлек үҙәктәренең рәсми вәкиле), Ч. капитал йәлеп иткән 4 берлектәге предприятие һәм нефть продукттарын етештереү, төҙөлөш эштәре, ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу өлкәһендә эшләгән чех компанияһының 1 вәкиллеге була. 2016 й. ҡарата БР-ҙың Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош һ.б. р-ндарында Ч. компанияһының һауыу залдары м-н йыһазландырылған тиҫтәләрсә эре малсылыҡ комплекстары файҙаланыуға индерелә. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы р-ны Ляхов а. янындағы һөтсөлөк фермаһы бар (2008). Өфөлә “Чехословак ауыл хужалығы һәм транспорт техникаһы” (1971), “Чехия — һеҙҙең партнёр” (2004) күргәҙмәләре, Чехия — Башҡортостан сауҙа-иҡт. конф. (2008), 13 чех компанияһы һәм 60-тан ашыу БР пр-тиеһы ҡатнашҡан бизнес-форум (2016); Прагала — чех эшлекле даирәләре өсөн БР-ға презентация (2006), БР пр-тиеларына презентация һәм “Чехия—Башҡортостан сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге” конф. (2008), БР пр-тиеларына презентация һәм 60-тан ашыу Рәсәй һәм Ч. бизнесы вәкилдәре ҡатнашҡан “Башҡортостан Республикаһы—Чехия Республикаһының перспектив партнёры” семинары (2016) үткәрелә. Ч. пр-тиелары “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара махсус күргәҙ­мәләрендә ҡатнаша (2008, 2009, 2013; бөтәһе лә — Өфө).

Башҡортостандың Чехословакия (ҡара: Словакия) м-н тарихи бәйләнештәре бар. Ч. рәссам Б.Ф. Домашников (Карловы Вары, Прага), Т.Ғ. Йәнекәев (Прага) һ.б. эштәре ҡуйыла. С.Ә.Низаметдинов — халыҡ-ара композиторҙар конкурсы лауреаты (Прага, 1979, 1988). Ю. Фучиктың “Чехословак хикәйәләре” (“Чехословацкие рассказы”; 1926), “Үлем алдынан әйтер һүҙ” (“Слово перед казнью”; 1952), Я.Гашектың “Хикәйәләр һәм фельетондар” (“Рассказы и фельетоны”; 1958) һ.б. әҫәрҙәр башҡорт теленә тәржемә ителгән. БР-ҙа 14 чех йәшәй (2010).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин