ЧЕХОВ Антон Павлович (17.1.1860, Таганрог ҡ. — 2.7.1904, Баденвейлер коммунаһы, Германия, Мәскәүҙә ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Петербург ФА-ның почётлы акад. (1900—02). Ч. ижадына реализм, тәрән психологик анализ, лаконизм, художестволы деталдең ролен көсәйтеү хас. “Мельпомена әкиәттәре” (“Сказки Мельпомены”; 1884), “Эңерҙә” (“В сумерках”; 1887), “Ҡараңғы сырайлы кешеләр” (“Хмурые люди”; 1890) хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Сахалин утрауы” (“Остров Сахалин”; 1893—1894) очерктар китабы, “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”; 1896), “Апалы-һеңлеле өсәү” (“Три сестры”; 1900—1901), “Сейә баҡсаһы” (“Вишнёвый сад”; 1903—1904) пьесалары һ.б. авторы. Башҡорт темаһын Ч. “Гәзит һәм журнал уҡыусы фекерҙәре” (“Мысли читателя газет и журналов”; 1883) фельетонында күтәргән, унда башҡорт ерҙәрен талау факттары т-да аңлы рәүештә яҙмаған “Уфимские губернские ведомости” гәз. тәнҡитләгән. 1901 й. йәйендә яҙыусы Башҡортостандағы Андреев ҡымыҙ дауаханаһына (ҡара: Чехов А.П. исемендәге шифахана) ҡымыҙ м-н дауаланырға килгән, бында ул ижади эшмәкәрлек м-н шөғөлләнгән, урындағы халыҡ м-н аралашҡан. Ҡымыҙҙың шифалы үҙенсәлектәре, тирә-яҡ буйлап атта һәм йәйәү йөрөү, башҡорт тәбиғәтенең ҡа­батланмаҫ булыуы яҙыусыға ыңғай тәьҫир иткән. Ч. башҡорт пейзажының матурлығы м-н һоҡланып ултырырға яратҡан тау “Чехов тауы” исемен йөрөтә. Әҫәрҙәре башҡорт теленә С.Агиш, З.А.Биишева, Ә. Вәли, Н.Иҙелбай, М.Кәрим һ.б. тарафынан тәржемә ителгән. Ч. әҫәрҙәре б-са Башҡорт драма театрында, Милли Йәштәр театрында, Урыҫ драма театрында,“Нур” театрында һ.б. бик күп спектаклдәр ҡуйылған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы ҡҡ. һәм респ. башҡа торама пункттарында Ч. исеме м-н урамдар аталған.

Әҫәрҙ.: Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө, 1948; Ионыч. Өфө, 1950; Рассказы. Уфа, 1983.

Әҙәб.: Узиков Ю., Наймушин П. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980; Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985; Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов