ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. 1900—2009 йй. эшләгән. Аксёнов т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта Әлшәй р-нында урынлашҡан. Андреев ҡымыҙ дауаханаһы (шифахана) булараҡ ойошторола, 20 б. 20-се йй. А.П.Чехов исеме бирелә, 1927 й. башлап миҙгелле дәүләт һаулыҡ йорто, 40-сы йй. аҙ. — туберкулёзға ҡаршы ҡымыҙ дауаханаһы, 1960 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 90-сы йй. башынан — МУП. Үпкә туберкулёзы булған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Төп дауалау факторҙары: дарыуҙар м-н терапия, климат, ҡымыҙ, шифалы батҡаҡ. 1901 й. бында Чехов ял иткән; 1941—45 йй. шифахана терр-яһында 4045-се эвакуация госпитале урынлашҡан.

Әҙәб.: Газизов Ф.Г. Кумысолечебный санаторий имени А.П.Чехова. Уфа, 1981.

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина