ЧИБРИКОВА Евгения Васильевна (9.12.1923, Тамбов ҡ. — 13.3.2013, Өфө), геолог. Геол.-минералогия ф. д-ры (1982). Һарытау ун-тын тамамлағандан һуң (1946) шунда уҡ эшләй, 1947 й. алып Геология һәм тупраҡ ғилеме ҒТИ-нда (Һарытау ҡ.) өлкән ғилми хеҙм-р. 1951 й. башлап Геология ин-тында: 1953 й. алып өлкән, 1986 й. — баш ғилми хеҙм-р. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең спораларын һәм акритархаларҙы (фитопланктон төрҙәре) тикшереү нигеҙендә аҫҡы һәм урта палеозойҙың биостратиграфияһына, Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының геол. төҙөлөшөн өйрәнеүгә бәйле. Ч. — үҫемлектәрҙең споралары б-са девонды зоналарға бүлеү шкалаһын төҙөүселәрҙең береһе. Көньяҡ Урал, Көнсығыш Европа платформаһы девонының стратиграфик схемалары (1968, 1980, 1990, 1993); 1:200000 масштаблы Волга буйы геол. карталары (1952) авторҙашы. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡ.Р. Тимерғәзин ис. пр. лауреаты (2003).

Хеҙм.: Стратиграфия девонских и более древних палеозойских пород Южного Урала и Приуралья (по растительным микрофоссилиям). М., 1977; Потенциально нефтегазоносные отложения ордовика—раннего девона на юго-востоке Русской платформы //Геология нефти и газа. 2002. №5 (авторҙ.); Middle and Upper Devonian Miospore Zonation of Eastern Europe //Bulletin des Centres de Recherches Exploration-Production elf aquitaine. 1993. Vol.17. №1 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов