ЧИГРИН Иван Дмитриевич (10.7. 1945, БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Немец-Волынск а. — 25.4.1999, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д-ры (1994), проф. (1996). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1988). БДУ-ны тамамлаған (1968). 1962—64 йй. БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Макаровка а. башланғыс мәктәп, 1968—69 йй. — Шишмә р-ны Яңы Троицкий а. урта мәктәп уҡытыусыһы. 1973 й. алып БДУ-ла: 1987 й. башлап тарих ф-ты деканы, бер үк ваҡытта 1995 й. алып яңы һәм иң яңы тарих каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре 1918—28 йй. Германияның проф. союздары эшмәкәрлегенә һәм соц.-сәйәси тарихына арналған. 50-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социальная политика и рабочее движение Германии в период революционного подъё­ма 1918—1923 гг. Уфа, 1991; Рабочая политика социал-демократии и профсоюзов Германии в 1918—1928 гг. Уфа, 1993.

А.И.Чигрина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев