ЧИЖОВТАР, Ч и ж ё в т а р, Өфө сауҙагәрҙәре, урман сәнәғәтселәре. Фёдор Егорович Ч. (яҡынса 1830 — 1900, Өфө), 1-се гильдия сауҙагәре. Ҡытау-Ивановка заводы крепостной крәҫтиәндәренән. Кенәздәр Белосельский-Белозерскийҙарҙың урман дайсаларында приказчик булып эшләгән. Тәүге капиталды хосуси һал ағыҙыу м-н эшләп таба. 1880 йй. Ағиҙел, Эҫем һәм Өфө йй. буйлап 44 меңгә яҡын дисәтинә ер ала. Өфө өйәҙенең Урман-Көҙәй улусында 21,6 мең дисәтинә (ш. иҫ. 10,8 меңгә яҡын дисәтинә ер Ҡаҙаяҡ-Ҡотош а., 9,5 мең — Урта Ләмәҙ а. янында), Таутөмән а. эргәһендә 0,5 мең, Стәрлетамаҡ өйәҙенең Кесе Табын улусында — 9,2 мең, Благовещен заводы янында 4 мең дисәтинә ергә һәм Өфөлә 10 таш йортҡа хужа була. 1884 й. Өфө өйәҙендә таҡта ярыу з-дын (етештереүсәнлеге йылына 25 мең һум), 1894 й. — Дмитриевка а. ярма тартыу тирмәнен, 1898 й. Өфөлә Фёдоровка таҡта ярыу һәм он тартыу пар з-дтарын төҙөй. Ерҙәрен ҡуртымға биреү, урман эшкәртеү, күпләп ағас һәм ағас материалдарын һатыу м-н шөғөлләнә. Өфө губернаһында сиркәүҙәр төҙөү һәм ремонтлауға аҡса бүлә. 1887—90 йй. Өфө ҡала думаһына етәкселек итә. Өфөлә дауахана асыу өсөн 2 йортон бирә. 1894 й. нәҫелдән нәҫелгә тапшырылған почётлы гражданлыҡ ала. 3-сө дәрәжә Изге Анна орд. м-н бүләкләнгән. Уның ҡатыны Ираида Алексеевна Ч. (Надеждина) (яҡынса 1850 — 1919, Петроград), Өфө өйәҙенең Миловка а. имениеға, май з-дына, йылҡысылыҡ з-дына, ипподромға хужа була. Иренең пр-тиеларын һәм ер биләмәләрен (1909 й. 34,5 меңгә яҡын дисәтинә ер) мираҫ итеп ала. Һамар-Златоуст т. юлының Оло Теләк а. эргәһендә таҡта ярыу з-дына, Миловкала он тартыу һәм таҡта ярыу з-дтарына нигеҙ һала. Дәүләкән станцияһында һ.б. ағас материалдары складтарына хужа була. Өфө губерна балалар приюттары попечителлеге ағзаһы. Улдарынан иң билдәлеһе Александр Фёдорович Ч. (1874, Өфө губ. Ҡытау-Ивановка заводы — 1937, Мәскәү), Өфө өйәҙенең Осоргин улусында таҡта ярыу һәм ярма ярыу з-дтарына (йылына 280 мең һум килем алына) хужа була. Миловкала крахмал з-дын төҙөй, Өфө төрмәһенән ҡасҡан сәйәси тотҡондарҙы Францияға оҙатыу өсөн йәшерен пункт ойоштора. 1908—13 йй. “Демон”, “Кама”, “Мечта”, “Трудолюбец” пароходтарына хужа була. Иген һатыу м-н шөғөлләнә, дини учреждениелар төҙөүгә һәм ремонтлауға аҡса бирә. 1919—23 йй. Һамар ҡ., 1926 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Репрессиялана, атыла. Аҡлана.

Тәрж. М.Х.Хужин