ЧИПЕНКО Сергей Геннадиевич (3.7.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), пианист, композитор. РФ-тың атҡ. артисы (2002). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1984; А.Д.Франк класы) шунда уҡ, 1986 й. алып Өфө сәнғәт уч-щеһында уҡыта. “Транс-Атлантик” төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе (Өфө, 1989). 1992 й. башлап Мәскәүҙә (1994 й. — М.Г.Розовский етәкс. “Никита ҡапҡаһы янында” Мәскәү театрының муз. студияһында художество етәксеһе), 2012 й. — Лос-Анджелес ҡ. (АҠШ) йәшәй һәм эшләй. Ижадының мөһим үҙенсәлеге — хәҙ. джаз стилистикаһы синтезы (джаз-рок, фьюжн, smootһ-jazz). Ч. етәкләгән төркөм репертуарында донъя джаз классикаһы һәм үҙ әҫәрҙәре [“Изгелек” (“Доброта”), “Яңы йыл” (“Новый год”), “Beatles менән бергә” (“Вместе с Beatles”), “Great Moscow Nights”, “Jerusalem Way” һ.б.] бар. Рәсәй һәм сит ил билдәле музыканттары м-н хеҙмәттәшлек итә. “Никита ҡапҡаһы янында” театрында бер нисә спектаклгә, “Күләгә артынан ҡыуыу” (“Погоня за тенью”), “Алдатҡыс кеше” (“Человек-приманка”) Рәсәй телесериалдарына һ.б. музыка авторы. Бөтә Рәсәй, халыҡ- ара джаз фестивалдәрендә ҡатнаша (1993 й. алып). Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (АҠШ, Германия, Израиль, Франция, Чехия һ.б.) гастролдәрҙә була.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова