ЧИШМИНСКАЯ, ҡарабойҙай сорты. 20 б. 60-сы йй. С.А.Ҡунаҡбаев, А.М. Сабитов, Н.И.Лещенко (БНИИСХ) тарафынан Благовар р-нындағы БашҮБК ис. с-здың урындағы ҡарабойҙай сортынан индивидуаль-ғаилә һәм күпләп һайлап алыу ысулдары м-н сығарыла. Һабағының бейеклеге 83—102 см, бер аҙ төклө, 8—14 быуыны бар. Япрағы өсмөйөш-йөрәк формаһында. Сәскәһе аҡ, һирәгерәк тоноҡ алһыу төҫтә. Сәскәлеге — ҡалҡансыҡ. Орлоғо көрән-һоро, эре түгел, оҙонса. 1000 орлоғоноң ауырлығы 22—28 г, орлоғоноң тигеҙләнеше 60—88%, натураһы 560—630 г/л, ҡабыҡлылығы 19—22%. Ярма сығышы 77—78%. Аҡһым миҡдары 14—16%. Сорт йығылыуға, орлоғо ҡойолоуға уртаса тотороҡло, ҡоролоҡҡа сыҙамлы. Вегетация осоро 74—95 көн. Уңдырышлылығы 35 ц/га (Стәрлетамаҡ р-нының “Первомай­ский” с-зы, 1997). РСФСР һәм БАССР б-са ҡулланылышҡа 1977 й. индерелгән, көньяҡ урман-дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында, Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

А.М.Сабитов

Тәрж. Г.А.Миһранова