ЧИШМИНСКАЯ 2, ужым арышы сорты. 1963 й. С.А.Ҡунаҡбаев (БНИИСХ) тарафынан Саратовка чишминская сортын Көнбайыш Европа һәм СССР илдәренең эре бөртөклө сорттары м-н күп тапҡыр яңынан ирекле һеркәләндереп, артабан иң продуктив орлоҡтарҙы күп тапҡыр һайлап алыу һәм яһалма популяция төҙөү ысулы м-н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,3—1,6 м. Башағының оҙонлоғо 9—10 см, призма формаһында, уртаса тығыҙ. Ҡылсығы уртаса оҙонлоҡта, ярым таралыусан. Орлоғо һары, һирәгерәк йәшел төҫтә, ярым асыҡ, оҙонса түңәрәк. 1000 орлоғоноң ауырлығы 27—32 г. Аҡһым миҡдары 12—14%. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, йығылыуға, һоро тутҡа һәм онло ысыҡҡа уртаса тотороҡло. Уң­дырышлылығы 49,9 ц/га (Мәләүез сорт һынау участкаһы, 1968). БАССР б-са ҡулланылышҡа 1968 й. индерелгән, Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

Н.И.Лещенко

Тәрж. Г.А.Миһранова