ЧИШМИНСКАЯ РАННЯЯ, судан үләне сорты. 1988 й. Ф.Х. Лоҡманова, Ә.Н.Биктимеров, С.Е. Колесников, В.И.Никонов (БНИПТИЖиК) тарафынан Тугай һәм Изумрудная сорттарының иң продуктив үҙенән- үҙе һеркәләнеүсе 64 линияһын ике тапҡыр яңынан ирекле һеркәләндереү ысулы м-н сығарыла. Һабағы төҙ, бейеклеге 1,8—2,0 м, 5—6 быуын араһы бар, йығылмай. 61—65%-ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы ҡыяҡ, бөтә үҫемлек буйлап урынлашҡан. Сәскәлеге — бер яллы йәйенке һепертке. Бөртөксәһе ваҡ, бер аҙ ялпаҡ. Орлоғо аҡһыл көрәндән алып ҡара ялтырауыҡлы төҫкә тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 14 г. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы, иртә өлгөрөүсе сорт, 2—3 тапҡыр сабырға мөмкин, ҡыҙыл бактериаль таптар м-н уртаса зарарлана. Вегетация осоро 78—81 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 380, бесән — 72,5, орлоҡ — 2,7; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 8—9% сей протеин, 1,8—3,4% шәкәр, 41 г/кг тиклем каротин, 39—44% күҙәнәклек бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2005—09). РФ һәм БР б-са ҡулланылышҡа 1997 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова