ЧИШМИНСКИЙ 3, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә сорты. 1990 й. З.М. Шәрипҡолова, Р.Й. Ғәлимуллин, Н.В. Руднев (БНИИЗиС) тарафынан 7 сортты яңынан ирекле һеркәләндереп яһалма булдырылған ҡатмарлы гибрид популяциянан индивидуаль-төркөм һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Һабағының бейеклеге 160—165 см, төҙ, йығылмай. 70%-ын тигеҙ итеп япраҡ ҡаплаған. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Сәскәлеге — йәйенке һепертке. Орло­ғо эре, аҡһыл көрән төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 4—5 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, һуң өлгөрөүсе сорт, ныҡ тармаҡлы, яҙ көнө һәм сабып алғандан һуң яҡшы үҫә. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 219—238, бесән — 65—78, орлоҡ — 4,5; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 11,4% сей протеин, 35,4% күҙәнәклек бар (Шишмә тәжрибә-производство хужалығы, 1987—89). БР б-са ҡулланылышҡа 1996 й. индерелгән, көньяҡ урман-дала зонаһында, тау-урман зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

Р.Й.Ғәлимуллин, З.М.Шәрипҡолова

Тәрж. Г.А.Миһранова