ЧИШМИНСКИЙ 80, борсаҡ сорты. 20 б. 80-се йй. В.Х.Хангилдин, Б.К. Попов, Ф.Ә.Дәүләтов (БНИИЗиС) тарафынан Зеленозёрный 1 һәм Шихан сорттарының гибрид популяцияһынан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Һабағы ябай, бейеклеге 75— 80 см, 14—18 быуын араһы бар. Япрағы ҡатмарлы, ишле ҡауырһын һымаҡ. Сәскәһе аҡ төҫтә. Сәскәлеге — ике сәскәле тәлгәш. Орлоғо һарғылт алһыу, йомро, шыма. 1000 орлоғоноң ауырлығы 240—280 г. Аҡһым миҡдары 21,8%. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы, иртә өлгөрөүсе сорт. Аскохитозға, емеш күбәләгенәуртаса тотороҡло. Вегетация осоро 58—70 көн. Уртаса уңдырышлылығы 20,8 ц/га (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 1991—2003). Урал төбәге б-са ҡулланылышҡа 1995 й. индерелгән. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ф.Әәүләтов, Б.К.Попов

Тәрж. Г.А.Миһранова