ЧИШМИНСКИЙ 95, борсаҡ сорты. 20 б. 80—90-сы йй. В.Х. Хангилдин, Б.К.Попов, Ф.Ә.Дәүләтов (БНИИЗиС) тарафынан Шихан һәм Топаз сорттары гибридынан төр эсендә гибридлаштырыу һәм күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Һабағы ябай, бейеклеге 50 — 92 см, 8 — 12 быуын араһы бар. Япрағы ҡатмарлы, ишле ҡауырһын һымаҡ. Сәскәһе аҡ төҫтә, эре. Сәскәлеге — 2 сәскәле тәлгәш. Орлоғо һарғылт алһыу, йомро, шыма. 1000 орлоғоноң ауырлығы 230 — 290 г. Аҡһым миҡдары 21,5%. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы, иртә өлгөрөүсе сорт. Тамыр серегенә, аскохитозға, емеш күбәләгенә тотороҡло. Вегетация осоро 59—73 көн тәшкил итә. Уртаса уңдырышлылығы 21,7 ц/га (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 1991—2003). 1997 й. Волга-Вятка, Урта Волга һәм Урал төбәктәре б-са, 2008 й. Үҙәк Черноземье төбәге б-са ҡулланылышҡа индерелгән. Көньяҡ урман-дала зонаһында, Урал алды дала зона­һында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

Ф.Әәүләтов, Б.К.Попов

Тәрж. Г.А.Миһранова