ЧИШМИНСКИЙ РАННИЙ, борсаҡ сорты. 20 б. 40—50-се йй. В.Х.Хангилдин (БНИИСХ) тарафынан Виктория Иенская сорты һәм йәшел орлоҡло Эфиопия борсағы гибридынан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Һабағының бейеклеге 50—100 см, 12—14 быуын араһы бар. Япрағы ҡатмарлы, ишле ҡауырһын һымаҡ. Сәскәһе аҡ төҫтә, эре. Сәскәлеге — 2 сәскәле тәлгәш. Орлоғо асыҡ алһыу, йомро йәки оҙонса. 1000 орлоғоноң ауырлығы 240—280 г. Аҡһым миҡдары 21—28%. Иртә өлгөрөүсе сорт. Аскохитозға, емеш күбәләгенәһәм кебләгә тотороҡло. Вегетация осоро 63—87 көн тәшкил итә. Уңдырышлылығы (ц/га): 38,1 (Бүздәк сорт һынау участкаһы, 1968), 40 (Дәүләкән сорт һынау участкаһы, 1968), 49,4 (Мәләүез сорт һынау участкаһы, 1968). БАССР б-са ҡулланылышҡа 1963 й. индерелгән. Көньяҡ урман-дала зонаһында, төньяҡ урман- дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында, Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

Ф.Ә.Дәүләтов, Б.К.Попов

Тәрж. Г.А.Миһранова