“ЧОЛМАН” (“Кама”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. 1991 й. апр. башлап Нефтекама ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр мари телендә сыға. Тиражы — 4 мең дананан ашыу (2010). Гәзиттә БР мариҙарының ижт.-сәйәси, соц.-иҡт., мәҙәни тормошо яҡтыртыла, әҙәби әҫәрҙәр баҫыла. Рубрикалары: “Ауыл тормошо”, “Ғаилә ояһы — рухи башланғыс”, “Дуҫлыҡтан юғарыраҡ ҡиммәттәр юҡ”, “Фин-уғыр донъяһы”, “Фекер бар”, “Ял сәғәттәрендә” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: И.И.Губаев (1991 й. апр.—нояб., 2001 й. июленән), В.М.Шәйҙуллин (1991 й. нояб. алып), Ф.И.Ибәтов (1999—2001 й. июле).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов