ЧУЙКИН Сергей Васильевич (1.11. 1950, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Күмертау эшселәр ҡсб, хәҙ. Күмертау ҡ.), стоматолог. Мед. ф. д-ры (1990), проф. (1993). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1975) Респ. балалар клиник дауаханаһында, 1976 й. алып Шишмә район дауаханаһында эшләй. 1983 й. башлап БДМУ-ла: 1990 й. алып балалар стоматологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап стоматология ф-ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге стоматологик һәм шешеү ауырыуҙарын, яңаҡ-бит өлкәһенең шештәрен һәм үҫеш кәмселектәрен өйрәнеүгә арналған. Ч. тарафынан яңаҡ-бит өлкәһендәге эренләп шешеү процестарының үҙәк нервы системаһына патогенетик тәьҫир итеү механизмдары асыҡлана һәм баш мейеһен дарыуҙар м-н һаҡлау ысулы эшләнә. 1200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. Башҡ-н стоматологтар ассоциацияһы (1996 — 2005), Стоматология б-са белем биреү ассоциацияһы, БР балалар стоматологтары ассоциацияһы (икеһе лә — 2005 й. алып) президенты. “Ирен һәм аңҡау ярығы” Бөтә донъя фондының халыҡ-ара гуманитар пр. лауреаты (2015).

Хеҙм.: Состояние гематосаливарного барьера при стресс-индуцированных изменениях пародонта. Уфа, 2007 (авторҙ.); Врождённая расщелина верхней губы и нёба. М., 2008 (авторҙ.); Детская терапевтическая стоматология. Национальное руководство. М., 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина