ЧУЛОШНИКОВ Александр Петрович (8.8.1894, Подольск губ. Чёрный Остров а. — 1941, башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1942 й. ғин., Ленинград), тарихсы. Тарих ф. канд. (1935). Император Петроград ун-тының тарих-филол. ф-тын тамамлағандан һуң (1916) шунда уҡ уҡыта. 1919 й. алып Ҡырғыҙ АССР-ының Халыҡ мәғарифы ин-тында, Мәғариф ХК-нда эшләй (икеһе лә — Ырымбур ҡ.). 1921 й. алып Ленинградта: Тау ин-тында, 1922 й. алып Петроград ун-ты эргәһендәге Тарих ҒТИ-нда, 1923 й. — РСФСР-ҙың Үҙәк архивында, 1930 й. башлап СССР ФА-ның Тарих ин-тында (1936 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р). Фәнни тикшеренеүҙәре 17—19 бб. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың сәйәси һәм соц.-иҡт. үҫеше проблемаларына, башҡорт ихтилалы (1755—56) тарихына арналған. “Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса материал­дар”ҙы (“Материалы по истории Башкирской АССР”; ҡара: “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”) нәшер итеүгә әҙерләүҙә ҡатнаша: 1-се бүлектең яуаплы мөхәррире (1936), 2-се томды (баҫылмаған, Ғилми архивта һаҡлана) төҙөүселәрҙең береһе. “Башҡортостан тарихы буйынса очерктар” (“Очерки по истории Башкирии”), “ХVIII б. 50—70-се йй. башҡорт халҡының колониализмға ҡаршы ихтилалы” (“Восстание башкирского народа против колониализма в 50—70-х гг. ХVIII в.”) һәм “ХIХ б. беренсе яртыһында Башҡортостанда халыҡ мәғарифы һәм мәғариф өлкәһендә батша сәйәсәте” (“Народное образование и политика царизма в области просвещения в Башкирии в первой половине XIX в.”; баҫылмаған, РФА-ның С.-Петербург тарих ин-ты архивында һаҡлана) хеҙмәттәре авторы.

Хеҙм.: Очерки по истории казах-киргизского народа в связи с общими историческими судьбами других тюркских племён. Ч.1. Оренбург, 1924; Восстание 1755 г. в Башкирии. М.; Л., 1940.

И.В.Күсемов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев