ЧУРИКОВА Инна Михайловна (5.10.1943, Бәләбәй ҡ.), актриса. СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1985) халыҡ, РСФСР-ҙың атҡ. (1977) артисы. М.С.Щепкин ис. театр уч-щеһын тамамлағандан һуң (1965; Л.А.Волков, В.И.Цыганков курсы) 1968 й. тиклем Мәскәү йәш тамашасы театры, 1973 й. алып “Ленком” театры (Мәскәү) актрисаһы.

Ч. талантына бурлеск, гротеск, эксцентрика элементтары м-н үҙенсәлекле һәм сағыу комедия ролдәре: Марфушка (“Һыуыҡ бабай” — “Морозко” к/ф, М.Горький ис. к/ст, 1964), Ася Клячина (“Сыбар тауыҡ” — “Курочка Ряба” к/ф, “Мосфильм”, Canal+, Сentre National de la Cinematographie к/ст, 1994), Прасковья Алексеевна (“Ширли-мырли” к/ф, “Мосфильм”, “Жанр” к/ст, 1995); күңел түрендәге тойғоларҙы нескә кәүҙәләндереү һәм ихласлыҡ: Ира (“Зәңгәр күлдәкле өс ҡыҙ” — “Три девушки в голубом”, Л.С. Петрушевская), Таня Тёткина (“Утта кисеү булмай” — “В огне брода нет” к/ф, 1967), Вера (“Эт йылы” — “Год собаки” к/ф, 1994); аныҡ соц. характеристика, тәрән драматизм, трагедиялылыҡ хас: Уварова (“Һүҙ бирегеҙ” — “Прошу слова” к/ф, 1975; бөтәһе лә — “Ленфильм” к/ст), Васса Железнова (“Васса” к/ф, “Мосфильм” к/ст, 1983), Ниловна (“Әсә” — “Мать” к/ф, Cinefine Ltd, “Мосфильм” к/ст, 1990), Вера Нетужилина (“Хәрби-ялан романы” — “Военно-полевой роман” к/ф, Одесса к/ст, 1983). “Ленком” театрындағы әһәмиәтле эштәре: Неле (“Тиль”, Г.И.Горин; дебют, 1974), Офелия һәм Гертруда (“Гамлет”, У.Шекспир), Филумена (Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б-са “Миллионерҙар ҡалаһы” — “Город миллионеров”), Антонида Васильевна [Ф.М. Достоевскийҙың “Уйынсы” (“Игрок”) романы б-са “Варвар һәм еретик” — “Варвар и еретик”] һ.б. Шулай уҡ “Башланғыс” (“Начало”; “Ленфильм” к/ст, 1970), “Курьер” (“Мосфильм” к/ ст, 1986), “Ҡатын-ҡыҙға рәхмәт уҡығыҙ” (“Благословите женщину”; “Мосфильм”, “Вертикаль” к/ст, 2003) һ.б. фильмдарға төшә. “Романовтар. Батша ғаиләһе” (“Романовы. Венценосная семья”) фильмына сценарий авторы (Г.А.Панфилов м-н берлектә). РФ ҡалаларында, ш. иҫ. Өфөлә, И. Жамиактың “Tout paye, йәки Бөтәһе лә түләнгән” (“Tout paye, или Всё оплачено”) антреприза спектаклендә (“Ленком” театры МК-ЯН продюсер төркөмө м-н берлектә) Элеонора ролен уйнай (2006). Земфира м-н “Боҙоҡ түгел” (“Непошлое”) йырын башҡара. 2007—09 йй. “Көҙгө” (“Зеркало”) Андрей Тарковский ис. Халыҡ-ара кинофестивале президенты (Иваново ҡ.). Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә “Көмөш айыу” (“Серебряный медведь”) призын яулай (1984). РСФСР-ҙың Васильевтар ис. Дәүләт пр. (1985), РФ-тың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт пр. (1997) лауреаты. 2-се (2013), 3-сө (2007) һәм 4-се (1997) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м-н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Гербер А. Судьба и тема: этюды об Инне Чуриковой. М., 1985; Звёзды московской сцены. Ленком. М., 2000; 100 великих актёров. М., 2003.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова