ЧУРКИН Сергей Дмитриевич (12.11. 1952, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Иҡт. ф. канд. (1981), пед. ф. д-ры (1998), проф. (2002). РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2002). СДПИ-ны тамамлағандан һуң (1975) 1-се мәктәп-интернат (Стәрлетамаҡ) уҡытыусыһы. 1977 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта: 1986—97 йй. технология-иҡт. ф-ты деканы, 1999 й. башлап иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ, 2005—12 йй. иҡтисад һәм менеджмент каф. мөдире; 2015 й. алып ӨДНТУ-ның Салауат филиалында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре пед. кадрҙарҙы проф. әҙерләү теорияһы һәм методикаһы проблемаларына арналған. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Научно-методические основы технолого-экономической подготовки студентов в педагогическом вузе. М., 1997.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина