ЧУРКИН Юрий Васильевич (6.3. 1935, Осинники ҡ. — 1.9.1998, Өфө), химик-технолог. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1995), техник ф. д-ры (1980), проф. (1986). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Томск политехник ин-тын тамамлағандан һуң (1958) Өфө синтетик спирт з-дында эшләй. 1962 й. алып Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда өлкән ғилми хеҙм-р, лаб. мөдире, 1973 й. — фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары, 1993 й. — Нефтехимия һәм катализ ин-тында фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре кинетика, катализ һәм органик синтез технологияһы, фенолдар, ароматик поликарбон к-талары һәм ангидридтар химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ч. етәкс. 2-этилгексанол (Северодонецк химия комб-тына индерелгән), крезол изомерҙарын, ксиленол, триметилфенол, пиромеллит диангидридын етештереү технологиялары эшләнгән. Түб. Тагил пластик массалар з-дында фенолды метил спирты м-н алкиллаштырып о-крезолды һәм 2,6-ксиленолды бергә алыуҙы, КПСС-тың 22-се съезы ис. Өфө НЭЗ-ында пиромеллит диангидридын сығарыуҙы сәнәғәт күләмендә ойошторған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. СССР МС-ы пр. лауреаты (1970).

Хеҙм.: Фенолы. М., 1974 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов