ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Баш күтәреүселәргә ҡораллы ярҙам күрһәтеү т-да һөйләшеү өсөн 1706 й. йәйендә Алдар м-н бергә Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә илселәр ебәргән. Ихтилал ваҡытында Х.А. башҡорт ханы тип иғлан ителгән. 1708 й. Ҡазан өйәҙе терр-яһында һуғышҡан. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин