ХАЖНАМӘ (ғәр.), мосолмандарҙың хаж сәфәрен тасуирлаған сәйәхәтнамә. Юл яҙмаларын, лирик сигенеүҙәрҙе (авторҙың тәьҫораттары һәм уйҙары), ш. уҡ дини китаптарҙан һәм легендаларҙан мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Х. теле өсөн образлылыҡ һәм хислелек хас. Урал-Волга буйы төрки телле әҙәбиәтендә иң тәүге Х.Мортаза-Ғәли ибн Ҡотлоғоштоң 1703 й. (фрагменттары Р.Ф.Фәхретдиновтың һөйләп биреүе б-са “Аҫар” хеҙмәтендә һаҡланған) һәм Мөхәммәт-Әмин Ғүмәр улының 1783 й. Сәғүд Ғәрәбстанының изге урындарына сәйәхәттәре т-да яҙмалары ҡарай. 19 б. башҡорт әҙәбиәтендә Ғ.Соҡоройҙоң Х. жанрҙың иң яҡшы өлгөләренең береһе булып тора. Хәҙ. башҡорт әҙәбиәтендә жанр Г.Р.Ситдиҡованың ижадында (“Күсле ил — көслө ил”; 2007) урын алған.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов