ХАЗАНКИН Роман Григорьевич (3.4.1947, Тяньцзин ҡ., Ҡытай), педагог-методист. БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2008), РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1987), БР-ҙың атҡ.уҡытыусыһы (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). В.Г.Хазанкиндың ағаһы. Магнитогорск пед. ин-тын тамамлаған (1970), 1973 й. алып шунда уҡ уҡыта, 1975 й. башлап Белорет ҡ. мәктәптәрендә эшләй. 1990—2013 йй. үҙе ойошторған Компьютер мәктәбенең уҡытыусыһы һәм ғилми-методик етәксеһе, бер үк ваҡытта 1992—99 йй. Вятка пед. ун-тында, 2002—11 йй. БДПУ-ла уҡыта. Х. тарафынан “вертикаль педагогика” — математика уҡытыу методикаһы эшләнә, уның б-са юғары класс уҡыусылары уҡытыусыға түбәнерәк кластағы уҡыусыларҙы уҡытырға ярҙам итә. Белорет компьютер мәктәбендә йыл һайын Х. авторлыҡ курстары ойошторола. Математика б-са уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Урал төбәк эксперименталь уҡытыу‑ғилми комплексын ойоштороусыларҙың береһе. СССР-ҙың Дәүләт пр. (1990), Н.К.Крупская ис. пр. (1985), РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. (2006) лауреаты. 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м-н бүләкләнгән (2001).

Хеҙм.: Математическая подготовка и развитие школьников в условиях ЕГЭ. Уфа, 2004 (авторҙ.); Зачем школьнику математика? Уроки Хазанкина. М., 2012.

Әҙәб.: З и л ь б е р б е р г Н.И. Приобщение к математическому творчеству. Уфа, 1988.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина