ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ, 7 б. уртаһында — 10 б. аҙ. төньяҡта Волга, Дон йй. урта ағымынан һәм Төньяҡ Донец й. үрге ағымынан алып көньяҡта Көньяҡ Кавказға тиклем, көнсығышта Каспий диңгеҙенән алып көнбайышта Ҡара диңгеҙгә һәм Көньяҡ Буг й. түб. ағымына тиклем терр-яны үҙ эсенә алған дәүләт. Көнбайыш Төрки ҡағанаты тарҡалғандан һуң хазар ҡәбиләләре тарафынан төҙөлә. Баш ҡалаһы — Семендер, 8 б. башынан Итиль. Дәүләт башында тәүҙә Ашин төрки ырыуынан булған ҡаған (хан) торған. Дәүләт дине 8 б. 30-сы йй. — ислам, 8 б. аҙ. — 9 б. башында иудаизм булған. Хужалыҡтың төп тармаҡтары – күсмә малсылыҡ, сауҙа, баҡсасылыҡ. 8 б. башында Көнсығыш Европаның байтаҡ өлөшө Х.ҡ. буйһона. Ғәрәп хәлифәлеге, Киев дәүләте һ.б. м-н һуғыш алып барған. Фарсы ғалимы Гардизи мәғлүмәттәре б-са, башҡорттар ҡағанаттың төньяҡ­көнсығыш өлөшөнә ингән, башҡорт ҡәбиләләренең башлығы Башгирд  “хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәлеләренән” булған, үҙ ғәскәре м-н хазар хәрби походтарында ҡатнашҡан. Үҙ-ара ыҙғыш һәм күрше дәүләттәр м-н һуғыш 10 б. аҙ. Х.ҡ. юҡҡа сығыуына килтерә.

Әҙәб.: П л е т н е в а С.А. Хазары. М., 1976.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин