ХАЗИЕВ Валерий Семёнович (20.10. 1948, Ҡаҙаҡ ССР-ының Ирсу а.), философ. Филос. ф. д-ры (1994), проф. (1995). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). МДУ-ны тамамлағандан һуң (1975) 1977 й. тиклем Фирғәнә политехник ин-тында, 1981 й. алып Днепропетровск т. юл транспорты инженерҙары ин-тында эшләй. 1991 й. башлап БДПУ-ла: 1992 й. алып философия каф. мөдире, 1999 й. — философия, социология һәм политология каф. мөдире, 2005 й. башлап уҡыу-уҡытыу эштәре б-са, 2006—08 йй. фәнни эштәр б-са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология һәм гносеология, социаль философия проблемаларына арналған. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Абсолют и истина (veritatem facere — творить истину). Уфа, 2007 (авторҙ.); Истины бытия и познания. Уфа, 2007; Философские эссе: мировоззренческое основание толерантного сознания. Уфа, 2008.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев