ХАЙУАНДАРҘЫҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ, юғалыу хәүефе аҫтында булған төрҙәр. Х.һ.т. хужалыҡта ҡулланыуҙан сығарыла, уларҙы аулау һәм үлтереү тыйыла, дәүләт һаҡлауына мохтаж булған төрҙәр Ҡыҙыл китаптарға индерелә. Башҡортостанда хайуандарҙың һирәклеге киңерәк ареалдарҙан ситтә (балабан, бесәнсе ҡомаҡ, быуа тәлмәрйене, ҡолаҡлы терпе, мед. һөлөгө, таш йыланы, һаҙ гөбөргәйеле, ялан ҡара йыланы, ялан һары һ.б.), сикләнгән терр-яларҙа (айыу сиңерткәһе, еҙҡуңыҙ, ҡыҙыл балыҡ, суфый сиңерткә һ.б.) йәшәү; респ. терр-яһында күсеү (алтынһыу сәпсәү, шоңҡар, этала ҡаҙһ.б.), аҙыҡ эҙләү ваҡытында туҡталыу (аҡбаш өйрәк, аҡбаш сип-бөркөт, аласабыр, берғаҙан, ҡара гриф һ.б.); ағыулы химикаттар, далаларҙы һөрөү һ.б. һөҙөмтәһендә йәшәү мөхите ҡырҡа үҙгәреү (болан‑ҡуңыҙ, көсөгән, кәлмәргән, ҡуңыр ҡуңыҙ, фрина һ.б.); атып алыу, кәсепте тергеҙеү һ.б. (ҡама, европа шәшкеһе һ.б.); тәбиғәттә һаны т-да мәғлүмәттәр тулы булмау (баҡса ҡомағы, бикре, йөклө күбәләк, махаон, оҫта ҡорт һ.б.) сәбәптәре м-н билдәләнә. Респ. Х.һ.т. заказниктарҙа, ҡурсаулыҡтарҙа һ.б. һаҡлана, йофар, йыл­ға ҡондоҙо, марал һ.б. реинтродукциялау б-са саралар үткәрелә; эт-янут, америка шәшкеһе һ.б. климатҡа яраҡлаштырыла. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 112 (һөлөктәр —1, бөжәктәр — 28, балыҡтар — 7, ер‑һыу хайуандары — 3, һөйрәлеүселәр — 6, ҡоштар — 49, имеҙеүселәр — 18), РФ-тың Ҡыҙыл китабына — 50 һирәк төрө (бөжәктәр — 12, балыҡтар — 7, ҡоштар — 30, имеҙеүселәр — 1) индерелгән.

 М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова