“ХАКИМИӘ”, мәҙрәсә. Яҡынса 1909—10 йй. Өфөлә Хәким йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу-тәрбиә эшенә мөҙәрис һәм мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Мәҙрәсәнең башланғыс кластарын тамамлаған ир-егеттәр ҡабул ителә. Уҡыу курсы 7—10 йыл була. Уҡыу процесы яңы ысул м-н уҡытыу системаһына нигеҙләнә (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына ғәрәп теле, төрки теле, хәҙистәр өйрәнеү, Ҡөрьән тәфсире, мосолман этикаһы, ислам тарихы һәм философияһы, фикһ, ш. уҡ урыҫ теле, арифметика, география, тарих һ.б. инә.Китапханаһы, ятағы була. Мәҙрә­сә м-н Ф.К.Туйкин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. “Х.” 300-гә яҡын шәкерт уҡый, улар араһында Ә.Ә.Мансуров була. Революциянан (1917) һуң ябыла. Мөҙәрисе — М.Фәхретдинов (1909 й. алып). Уҡыу йорто 1908 й. сауҙагәр А.Ә.Хәкимов (ҡара: Хәкимовтар) аҡсаһына төҙөлгән үҙ бинаһында урынлашҡан. Мәҙрәсә бинаһы (М.Кәрим урамы, 9) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006; Ширгазин А.Р., Калимуллина Д.Б. Уфа. Памятники исламской архитектуры. Уфа, 2008.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина