ХАҠАС ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Хаҡастарҙың милли теле, Хакасияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Тыва Респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 52 меңгә яҡын кеше (2002). Айырыуса һары уйғыр теленә, шор теленә, сулым‑төрки теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Х.т. сағай диа­лекты һәм ассимиляцияланған бельтир теле м-н бирелгән һыҙғырыулы, һәм качин (уның тарафынан ассимиляцияланған койбал теле м-н), ҡызыл һәм шор (шор теленә яҡын) диалекттарын берләштергән шышылдаулы диалект бар. Әҙәби Х.т. 20 б. башында сағай һәм качин диалекттары нигеҙендә формалаша. Х.т. фонетикаһына һүҙ башында дөйөм төрки [й] фонемаһы [ч] йәки [н] фонемаһына тура килеүе, мәҫ., хаҡасса “чир” (ер) — дөйөм төрки телендә “йер”, “наа” (яңы) – “йеңи”; һүҙ уртаһында [й] — [з] тура килеүе, мәҫ., хаҡасса “азах” (аяҡ) — дөйөм төрки телендә (айаҡ), “хазың” (ҡайын) – “ҡайың”; һүҙ аҙағында [ш] фонемаһы [с] фонемаһына тура килеүе хас, мәҫ., хаҡасса “ÿлес” (бүлем) — дөйөм төрки телендә “ÿлÿш”, “тас” – “таш”. Хәл ҡылымдар ҡылым нигеҙҙәренә -а, -ып, -бин, -ғали, -ғанч,а аффикстарын ҡушыу ярҙамында яһала: “одыра” (ултырып), “тимнеп” (әҙерләп), “турбин” (тормайынса), “парғали” (сығып китеү ваҡытынан), “таң атханч,а” (таңға тиклем). Х.т. лексикаһы составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; монгол, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксисы типик төрки төҙөлөшлө; урыҫ теле йоғонтоһонда бер составлы һөйләмдәр киң ҡулланыла башлай. Яҙыуы 1924 й. алып кириллица, 1929 й. — латин алфавиты, 1939 й. башлап яңынан урыҫ графикаһы нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. хаҡас алфавиты 38 хәрефтән тора.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов