ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы (14.7.1950, Ишембай ҡ.), нейрохирург. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (2002). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976 й. алып “Ишимбайнефть” НГДУ-һындағы мед.-санитария бүлегенең Ишембай берләштерелгән дауаханаһында, 1977 й. башлап Днепропетровск ҡ. мед. учреждениеларында, 1980–81 йй. Ишембай ҡ. 1-се поликлиникаһында эшләй. 1983 й. алып Респ. клиник дауаханаһында, 1997 й. — БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин-тында. 2003 й. башлап РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Баш клиник хәрби госпиталендә (Мәскәү) төп, 2013 й. – баш нейрохирург. Фәнни эшмәкәрлеге умыртҡалыҡ һәм баш мейеһе травмаларын өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан мейенең ҡаты ҡабығы дефекттарын дауалау өсөн алло­трансплантаттар әҙерләү, уның ҡатнашлығында – зарарланған периферик нервыларҙы дауалау ысулдары эшләнә. 170-кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Диагностика и хирургическое лечение нестабильных осложнённых повреждений грудного и поясничного отделов позвоночника. Уфа, 1998 (авторҙ.); Диагностика и лечение опухолей головного мозга. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина