ХАЛИҠОВ Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы [9.2.1931, БАССР-ҙың Красноусол р-ны Ҡормантау а. (БР-ҙың Ғафури р-ны) – 30.9.2007, Өфө], инженер-механик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д-ры (1971), проф. (1972). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). ӨНИ-не (1956), Удмурт ун-тын (Ижевск, 1979) тамамлаған. 1956—57 йй. “Октябрьскнефть” нефть промыслалары идаралығында, 1962—72 йй. һәм 1984—91 йй. Ҡаҙаҡ политехник ин-тында (Алма-Ата) эшләй. 1973 й. алып (өҙөклөк м-н) БДУ-ла уҡыта: теоретик механика һәм гидродинамика каф. (1983 й. тиклем), 1991—98 йй. физик гидродинамика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1992—93 йй. физика ф-ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре йылылыҡ, масса күсереү теорияһын үҫтереүгә, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына, минераль ресурстарҙы комплекслы үҙләштереүгә арналған. Х. тарафынан сиктәре күсеп йөрөгән өлкәләрҙә параболик типтағы тигеҙләмәләрҙе һәм йылы үткәреү­сәнлектең квазиһыҙыҡлы тигеҙләмәләрен яҡынса сисеү ысулдары табылған; газ гидраттарын диссоциациялау, ҡатламдарҙағы нефтте локаль рәүештә газһыҙландырыу һ.б. моделдәр әҙерләнгән; Ерҙең локаль квазипотенциаль ҡырҙары һәм квазипотенциалдар суперпозицияһының үҙсәнлеге асылған. 400-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Термоэрозия дисперсных пород. М., 1982 (авторҙ.); Газовые методы интенсификации нефтедобычи. М., 1997; Проблемы освоения нефтегазовых ресурсов. Уфа, 1999 (авторҙ.).

И.Л.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов