ХАЛИҠОВ Мансур Хатип улы [20.12.1886, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Оло Үтәш а. (БР-ҙың Ғафури р-ны) — 1934, Силәбе өлк.], дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР Диниә назараты мөфтөйө (1921—23). “Рәсүлиә” (1908), “Ғәлиә” (1910) мәҙрәсәләрен тамамлаған. 1910 й. алып Оло Үтәш а. мәҙрәсә мөҙәрисе, унда яңы ысуллы уҡытыу системаһын (ҡара: Йәдитселек) индергән. 1918—21 йй. АСБР-ҙың Юстиция ХК-нда, АСБР-ҙың Мәғариф ХК-нда эшләй. Өфө губ. крәҫтиәндәр съезы (1917), 1—2-се бөтә башҡорт ҡоролтайҙары, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы (1918) делегаты. 1929 й., 1932 й. ҡулға алына, төрмәлә вафат була. 1991 й. аҡлана.

Әҙәб.: Ш а ф и к о в Г.Г. Прерванная молитва //Дыхание жгучее истории. Уфа, 1998.

Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина