ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы, С а б и р х ә ҙ р ә т [1854, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Табын улусы (БР-ҙың Ғафури р-ны) Оло Үтәш а. — 1931, БАССР-ҙың Ғафури р-ны Сәйетбаба а.], дин әһеле, мәғрифәтсе. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлаған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. 1904 й. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1896 й.) алып Сәйетбаба а. 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы, мәҙрәсәгә (ҡара: Сәйетбаба урта мәктәбе) нигеҙ һалыусы. Диндарҙарҙың фекере б-са, күрәҙәселек һәләтенә эйә булған. Дауалау эше м-н шөғөлләнгән, әүлиә булараҡ танылыу алған. Ике тапҡыр хажға барған (1901, 1905).

Әҙәб.: Ҡунафин Ғ.С., Шәйәхмәтов Ғ.Ш. Изге лә ул, нурлы ла: Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенә 100 йыл. Өфө, 2004.

Л.М.Яҡшыбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина