ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР-ҙың Маҡар р-ны “Урал” к-зында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й.

июленән Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 61-се армияның 7-се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 1-се эскадронының пулемёт расчёты ком. өлкән сержант Х. 1943 й. 18 сент. Березна а. янындағы алышта һәм Нивки а. тирәһендә Днепр й. (икеһе лә — Белорус ССР-ы) аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Маҡар районында: Һайран а/с, 1945—48 йй. “Яңы тормош” к-зы, 1952 й. алып “Алға” сәнәғәт артеле рәйесе булып эшләй. БАССР ЮС-ының 2-се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1944). Тыуған ауылында Х. исеме м-н урам аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин