ХАЛЫҠ АЗАТЛЫҒЫ ПАРТИЯҺЫ, конституцион-демократик партия, к а д е т т а р, 1905—17 йй. Рәсәйҙә либераль партия. Окт. Ойоштороу съезында булдырыла (Мәскәү). Партия составына традицион земство либерализмы һәм либераль-демократик интеллигенция вәкилдәре (“Азатлыҡ союзы” һәм “Союз земцев-конституционалистов” ижт.-сәйәси ойошмалары) инә. Конституцион-парламентар монархия, демократик азатлыҡ, алпауыт ерҙәрен көсләп һаттырыу, Рәсәй берҙәмлеген һаҡлап, халыҡтарына мәҙәни автономия биреү, земство үҙидараһын индереү, “эшселәр мәсьәләһе”н закон нигеҙендә хәл итеү һ.б. өсөн сығыш яһай. Октябрь революцияһынан һуң Х.а.п. тыйыла. Баҫма органдары: “Речь” (“Телмәр”) гәз., “Вестник Партии народной свободы” (“Халыҡ азатлығы партияһы хәбәрҙәре”) журналы. Партия лидерҙары: П.Н.Милюков, В.Д.Набоков, А.И.Шингарёв һ.б. 90-сы йй. башынан Рәсәйҙә үҙҙәрен кадеттар идеяларын дауам итеүсе тип иғлан иткән ойошмалар теркәлә.

Башҡортостанда кадеттарҙың тәүге ойошмалары революция (1905—07) барышында либераль земство вәкилдәре (ҡара: Земство хәрәкәте) тарафынан ойошторола. 1905 й. сент. Өфөлә үҙ вәкилдәрен Дәүләт думаһына үткәреү өсөн кадеттарҙың губерна һайлау ком-ты булдырыла. Һайлауҙа Рәсәй мосолмандары иттифағы м-н бер блокта эшләй. Х.а.п. ағзаларынан 1–4-се саҡырылыш Дәүләт думаһына депутаттар итеп С.П.Балахонцев, Ю.Ю Блюменталь, Г.В.Гутоп, И.К.Покровский, А.Н. Растворов, П.П.Толстой һайлана. Шулай уҡ кадеттарҙың дума фракцияһына М.М.Биғлов, П.П.Вопилов, К.И.Осипов инә. Февраль революцияһынан һуң Өфө губернаһы б-са Ваҡытлы хөкүмәт комиссары итеп урындағы кадеттар ярҙамында П.Ф.Коропачинский тәғәйенләнә, “Өфө крайының сауҙа һәм сәнәғәт союзы”на кадет А.Н.Полидоров,“Өфө губернаһының ауыл хужалары һәм сәсеүселәр союзы”на Толстой етәкселек итә. Х.а.п. ҡала думаларында, өйәҙ земстволарында, Йәмәғәт именлеге комитеттарында күпселекте тәшкил итә. 1917 й. июлендә Х.а.п. Өфө губерна съезы үткәрелә, унда губерна ком-ты ойошторола. 1917 й. Бәләбәй һәм Бөрө ҡҡ. – 100-әр, Дәүләкәндә — 90, Стәрлетамаҡта — 103, Өфөлә 250-гә яҡын кадет иҫәпләнә. Өфө ҡала думаһына һайлауҙа (1917 й. июле) Х.а.п. 102 урындан 14 урынды ала, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына (1917 й. яҙы) Өфө һәм Ырымбур һайлау округынан кадеттар инмәй. Граждандар һуғышы барышында урындағы кадеттар большевиктарға ҡаршы көстәр яғында сығыш яһай, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты ҡарамағында булған терр-яларҙа үҙидара органдарын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Уралда һәм Волга буйында А.В.Колчак армияһы еңелгәндән һуң (1919 й. яҙы—йәйе) крайҙа партия эшмәкәрлеге туҡтатыла. Баҫма органдары: “Уфимская жизнь” (“Өфө тормошо”), “Уфимский вестник” гәзиттәре. Х.а.п. Өфө губерна ком-ты рәйестәре: Толстой (1917 й. июленән), Блюменталь (1918 й. июле—1919 й.).

Әҙәб.: М о р д в и н ц е в Г.В. Кадеты Уфимской губернии (1905—1919 гг.) //Политические партии и движения в Башкортостане: прошлое и настоящее. Өфө, 2002.

А.Н.Алдашов, А.Д.Казанчиев, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин