ХАЛЫҠ ГЕОГРАФИЯҺЫ, иҡтисади һәм социаль география бүлеге, төрлө тәбиғи, соц. һәм иҡт. шарттарҙа халыҡтың составын, урынлашыуын һәм терр. ойошоуын өйрәнә. Х.г. халыҡтың тәбиғи артыуының, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһының, уның соц., этник һәм ғаилә-никах составының һ.б., хеҙмәт ресурстары урынлашыуының һәм ҡулланылышының, халыҡтың мәшғүллегенең, халыҡ миграцияһы интенсивлығының һәм йүнәлештәренең төбәк үҙенсәлектәрен; халыҡтың таралып ултырыуының төрлө типтарын һәм формаларын, торамалар­ҙың селтәрен тикшерә. Х.г. терр-яларҙың соц.-иҡт. үҫеше кимәленә һәм халыҡтың ойошоу характерына бәйле демографик процестарҙың йыйылмаһын өйрәнә; урындағы һәм төбәк шарттарының халыҡтың тәбиғи артыуына һәм структураһына тәьҫир итеүен тикшерә; хеҙмәт ресурстарын һан һәм сифат яғынан баһалай. Х.г. бурыстарына производствоны рациональ урынлаштырыуға, ш. уҡ халыҡтың көнкүреш һәм мәҙәни ихтыяждарына яуап биргән таралып ултырыу формаларының үҫеше б-са прогноздар һәм тәҡдимдәр төҙөү инә. Тикшереү объектына бәйле дөйөм Х.г., геоурбанистика (ҡалалар географияһы), геоуралистика (ауыл биләмәләре географияһы), хеҙмәт ресурстары, миграциялар, диндәр, йәшәү сифаты географияһы, ҙур төбәктәрҙең Х.г. һәм башҡалар айырыла. Антропология, демография, ҡала төҙөлөшө, социология, хеҙмәт иҡтисады, экология, этнография һ.б. м-н бәйле.

Башҡортостанда Х.г. б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 60-сы йй. алып үткәрелә. Башҡорт дәүләт университетында торама пункттарҙың иҡт.-геогр. торошо (М.Х.Вәлиев), халыҡтың таралып ултырыу формалары (Ғ.Ә.Ғафаров, В.А.Максимов, М.Д.Маслов, И.Э.Мөхәмәтнуров), халыҡтың йәшәү сифатының төбәк үҙенсәлектәре (Р.Н.Нәбиуллина, Т.П.Тельнова), хеҙмәт баҙары географияһы (Ф.У.Мөхәмәтлатипов, Р.Ғ.Сафиуллин) һ.б. өйрәнелә. Педагогия университетын­да һәм Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында халыҡты дөйөм иҡт.-геогр. яҡтан тасуирлау һәм терр-яларҙы ойоштороу б-са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (И.В. Голубченко, Х.Я.Тахаев, М.Ф.Хисмәтов); Авиация техник университетында, БДУ-ла, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында халыҡтың демографик, тәбиғи артыу һәм миграция процестарына бәйле терр. айырмалыҡтары өйрәнелә (Р.Ә.Ғәлин, Л.Л.Ғәлина, Р.М. Сафиуллина, Ю.В.Фаронова һ.б.).

Р.М.Сафиуллина

Тәрж. А.Н.Күсеев