ХАЛЫҠ ДИПЛОМАТИЯҺЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР халыҡтарының рухи, мәҙәни һәм белем кимәлен күтәреү, башҡа илдәр халҡы м-н дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. “Яңы Башҡортостан өсөн” респ. берек­мәһе, “Башҡортостан—Франция” һәм “Башҡортостан—Бөйөк Британия” йәмғиәттәре тарафынан ойошторола. Х.д.а. тарафынан Ҡытай, Төркиәйәмәғәт берекмәләре вәкилдәре м-н осрашыуҙар үткәрелә, уларҙың барышында уртаҡ хеҙмәттәшлек т-да килешеүҙәр төҙөлә (1998— 99); “Граждандар йәмғиәте һәм территориялар үҫеше факторы булараҡ Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһы” респ. ижт. форумы уҙғарыла, унда Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы ойошторола (Өфө, 2012).

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев