ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ, махсус ойошторолған статистик күҙәтеүҙәр. Билдәле ваҡытҡа ҡарата иҫәп алыу объекттарының иҫәбе (һаны, майҙаны һ.б.) һәм составы т-дағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу, дөйөмләштереү, баһалау, анализлау һәм баҫтырып сығарыуҙы үҙ эсенә ала; дәүләт, соц., иҡт. һәм демография сәйәсәте йүнәлештәрен төҙәтеү өсөн файҙаланыла. Бөтә ил терр-яһында йәки уның билдәле бер өлөшөндә даими рәүештә (йәки бер тапҡыр), бер үк ваҡытта дөйөм программа һәм методология б-са үткәрелә. Тотош, һайланма ысулдар йәки уларҙың берләшмәһе ҡулланыла. Ха­лыҡ, сәнәғәт, ауыл хужалығы һ.б. иҫәбен алыу айырыла. Х.и.а. халыҡһанын, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһын, никахта тороуын, халыҡтың мәшғүллеге структураһын, халыҡтың белем һәм профессиональ кимәлен, халыҡтың милли составын, йорт хужалыҡтары һәм ғаиләләрҙең составын, торлаҡ шарттарын һ.б.; сәнәғәттә һәм а.х. иҫәп алыу – уларҙың үҫеш кимәлен: предприятиеларҙың һанын, ҡеүәтен һәм эш күләмен, унда эшләгән кешеләрҙең урынлашыу характерын һәм енес, йәш һәм эш төрө, эшләгән ваҡыты б-са һанын һәм составын; төп фондтарҙың хаҡын, натуралата иҫәпләгәндә етештереү күләмен, ер майҙанын һ.б. билдәләү мөмкинлеген бирә. РФ-та Х.и.а. БМО тәҡдиме б-са 10 йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Рәсәй империяһында тәүге һәм берҙән-бер дөйөм Х.и.а. 1897 й. үткәрелә. Бөтә Рәсәй Х.и.а. 1920 й. уҙғарыла (Граждандар һуғышына бәйле бөтә терр-ялар йәлеп ителмәй). Совет власы йылдарында үҙәкләштереп үткәрелә. Х.и.а. 1926 й., 1937 й., 1939 й., 1959 й., 1970 й., 1979 й., 1989 й.; өлөшләтә Х.и.а. (респ. һәм өлкәләр халҡының 5%-тын үҙ эсенә ала) 1985 й. һәм 1994 й.; Бөтә Рәсәй б-са Х.и.а. 2002 й. үткәрелә. Сәнәғәттең иң тулы иҫәбен алыу 1900 й. һәм 1908 й., ҙур һәм урта пр-тиеларҙың сәнәғәт һәм проф. иҫәбен алыу 1918 й., сәнәғәт (ш. иҫ. һөнәрселек) пр-тиеларының Бөтә Рәсәй иҫәбен алыу – 1920 й., ҡала сәнәғәтенең Бөтә Союз иҫәбен алыу (һуңғы тапҡыр эре сәнәғәттең иҫәбен алыу) – 1923 й., сәнәғәттә, төҙөлөштә һәм халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында системалы рәүештә ҡорамалдар һәм машиналар иҫәбен алыу 1932 й. алып, бәләкәй пр-тиеларҙа – 1955 й. тиклем үткәрелә. А.х. тәүге дөйөм Х.и.а. 1916 й. була, дөйөм а.х. һәм ер иҫәбен алыу 1917 й. (икеһе лә – Беренсе донъя һуғышы йылдарында аҙыҡ-түлек ресурстарын иҫәпкә алыу маҡсатында),һайланма – 1919й., дөйөм иҫәпалыу–1920й., совхоздар һәм колхоздар иҫәбен алыу 1918—29 йй., өлөшләтә иҫәп алыу (мал, баҡсалар, йөҙөм баҡсалары һ.б.) – коллективлаштырыу осоронда, Бөтә Рәсәй б-са иҫәп алыу 2006 й. үткәрелә.

Башҡортостанда өлөшләтә халыҡ, йорт, мал иҫәбен алыу яһаҡ һ.б. һалымдар һалыу маҡсатында Алтын Урҙала, Нуғай Урҙаһында, Ҡазан ханлығында һ.б. үткәрелә. 1864 й., 1879 й., 1886 й. Өфө губерна статистика комитеты тарафынан урындағы Х.и.а. (енес, йәш, милләт, дин, ҡатлам, уҡый-яҙа белеү һ.б. иҫәпкә алынған), 1912—13 йй. – Өфө баһалау-статистика бүлеге тарафынан (ҡара: Земство статистикаһы) – тәүге тапҡыр крәҫтиән хужалыҡтарының йорт б-са тотош иҫәбен алыу үткәрелә. 1985 й. өлөшләтә Х.и.а. ваҡытында —189,5 мең кешегә, 1994 й. 201 мең кешегә һорау бирелгән. 2006 й. Бөтә Рәсәй а.х. иҫәбен алыуҙа 1275 эре һәм урта, 2394 бәләкәй пр-тиеларҙан ярашлы рәүештә 1001 һәм 267 пр-тие, ш. уҡ 4 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, 753,6 меңгә яҡын шәхси ярҙамсы хужалыҡ ҡатнашҡан.

Әҙәб.: Население Башкортостана: XIX—XXI века: стат. сб. Уфа, 2008.

Р.Ш.Ғатауллин

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов