ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ, халыҡ музыкаһын һаҡлаусылар, башҡарыусылар, милли муз.-поэтик мираҫ һәм башҡарыу традицияларын дауам итеүселәр. Баш­ҡорт йырсылары һәм музыканттарына тауыштары, халыҡ музыка ҡоралдары м-н оҫта эш итеү хас; үҙ ижадтары м-н улар теге йәки был халыҡ сәнғәте мәктәбен күрһәтә. А.А.Алябьев, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, И.И.Лепёхин һәм Ф.Д.Нефёдов, С.И.Руденко һ.б. үҙ хеҙмәттәрендә башҡорт башҡарыусылары ижадының үҙенсәлекле булыуын билдәләй. С.Г.Рыбаков Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында мөһим мәғлүмәттәр ҡалдыра; ул Бирғәле сәсән, Б.Буранбаев, Т.Ғөбәйҙуллин, М.Ҡараҡаев, ш. уҡ Б.Ғ.Юлыев һ.б. башҡарыуында күп кенә халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәр яҙып ала. Башҡорттарҙа йырау һәм сәсәндәр бөтә йыйындарҙа, байрамдарҙа сығыш яһаған, айырыуса Байыҡ Айҙар, Буранбай сәсән, Ғәбит сәсән, Ерәнсә сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Ҡарас сәсән, Ҡобағош сәсән, Ҡуңҡас сәсән, Мәхмүт сәсән киң билдәле булған, улар ҡурай, думбыра һ.б. музыка ҡоралдарында уйнай белгән. Ҡурайсылар, халыҡ йырсылары бәйгеләрендә ҡатнашыу­сылар традицион стиль һәм манерала башҡарыу оҫталығын күрһәтеүҙән тыш инструменталь көйҙөң йәки йырҙың барлыҡҡа килеү легендаһын мотлаҡ белергә тейеш булған. Танылған ҡурайсылар, төрлө халыҡ башҡарыусылыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусылар һәм уларҙың традицияларын дауам итеүселәр араһында – Р.Ғ.Бүләкәнов, И.И.Дилмөхәмәтов, И.Ш. Дилмөхәмәтов, С.И. Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар), К.М.Дияров, Ә.Д. Исҡужин, Й.М. Иҫәнбаев, М.Н.Ҡәҙерғолов, М.А.Рәхмәтуллин, Ғ.З.Сөләймәнов, М.У.Түләбаев, Ғ.Ғ.Уша­нов, Н.Т.Хәсәнов, Х.Б.Әхмәтов һ.б.

Б.Х.Сөләймәнова, М.Ғ.Сәләмәтов, С.Юлмөхәмәтов тамаҡ м-н йырлауҙың (өзләүҙең) танылған оҫталары була. Боронғо традицияларға нигеҙләнеп, ҡумыҙсылар Р.А.Заһретдинов һәм М.М.Зәйнетдинов үҙҙәренең ҡумыҙҙа башҡарыу мәктәптәрен ойоштора. Скрипкала виртуоз уйнаған халыҡ оҫталары араһында Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой а. (хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р-ны Ҡолой а.) тыуған А.Көсөкөв һәм С.Ә.Исмәғилев бар. Оҙон көйҙө башҡарыу традицияларын дауам итеүселәр – С.Ә.Абдуллин, Я.Ф.Аҡмырҙин, М.Ә.Байымов, М.А.Буранғолов, М.Ф.Буранғолов, М.А.Ҡаҙаҡбаев, И.Ә.Солтанбаев, А.А.Солтанов, Ғ.З.Сәфәрғалин, Х.Х.Әлмөхәмәтов, Р.Әхмәҙиева һ.б. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң художестволы үҙешмәкәр­лек үҫеш ала, халыҡ башҡарыусылары үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстарында, төрлө байрамдарҙа ҡатнаша башлай. Й.Иҫәнбаев ис. (1978 й. алып), И.Дилмөхәмәтов ис. (1990 й. алып) приздарға респ. ҡурайсылар конкурстары, Ә.Исҡужин ис. Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы (2008 й. алып), ҡурай байрамы (2001 й. алып), Ф.Иҡсанов ис. “Моңға бай гармун байрамы” (2003 й. алып), “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт йырын (Сибай ҡ., 1996 й. алып) һәм “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын (Туймазы ҡ., 1997 й. алып) башҡарыусылар конкурстары һ.б. үткәрелә.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов