ХАЛЫҠ КОМИССАРҘАРЫ СОВЕТЫ, Совнарком, Хөкүмәт, БАССР дәүләт власының юғары башҡарма һәм күрһәтмә биреү органы. 1920 й. июлендә Стәрлетамаҡ ҡ. РСФСР Конституцияһы һәм Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС-ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ярашлы АСБР-ҙың 1-се Советтар съезында ойошторола. 1922 й. алып Өфөлә урынлашҡан. БАССР Советтары съездарында һайлана. БАССР Советтары съезына һәм ҮБК-на отчёт бирә. Составына рәйес, рәйес урынбаҫары һәм халыҡ комиссарҙары (эске эштәр, һаулыҡ һаҡлау, игенселек, мәғариф, Эшсе-крәҫтиәндәр инспекцияһы, соц. тәьминәт, сауҙа, хеҙмәт, финанстар, юстиция); ХХС рәйесе инә. БАССР ХКС-ы ҡарамағында ш. уҡ СССР Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы вәкиле һәм СССР ХК вәкилдәре була. Шулай уҡ Эшсе-крәҫтиәндәр инспекцияһы, сауҙа, финанстар ХК һәм ХХС-ы РСФСР ХК-ның ярашлы органдарына буйһона. ХКС халыҡ комиссариаты, үҙ ҡарамағында булған учреждениелар, ҡала һәм район хеҙмәтсәндәр депутаттары советтарының башҡарма ком-ттары эшмәкәрлеген көйләй, халыҡ хужалығы пландарын ғәмәлгә ашырыу, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, БАССР-ҙың респ. һәм урындағы бюджеты үтәлеше б-са саралар күрә. 1920—37 йй. БАССР-ҙа яңы ХК һәм идаралыҡтар ойошторола, ҡайһы берҙәре бөтөрөлә. 1937—46 йй. БАССР ХКС-ы составына рәйес, 2 рәйес урынбаҫары, халыҡ комиссарҙары (эске эштәр, һаулыҡ һаҡлау, игенселек, коммуналь хужалыҡ, еңел сәнәғәт, урындағы сәнәғәт, мәғариф, соц. тәьминәт, финанстар, юстиция); Дәүләт планы рәйесе, сәнғәт һәм юл эштәре идаралығы нач., СССР Әҙерлек эштәре б-са ком-т вәкиле инә. БАССР ЮС-ы Президиумының 1946 й. 26 мартындағы указы м-н ХКС – Министрҙар Советына, ХК БАССР министрлыҡтарына үҙгәртелә. БАССР ХКС-ы рәйестәре: Ғ.К.Шәмиғолов (1920 й. июленән), Ф.С.Мансырев (1920 й. нояб. алып вазифа башҡарыусы), М.Д.Халиҡов (1921 й. алып), Ә.Б.Мөхәмәтҡолов (1925 й. алып), З.Ғ.Булашев (1930 й. алып), Ф.В.Шаһимәрҙәнов (1937 й. алып), С.Ә.Ваһапов (1940—46).

Әҙәб.: К а с и м о в С.Ф. Развитие государственности Башкирской АССР в 1926—1945 годах. Уфа, 2006.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.Х.Хужин