ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ. Башҡорт халыҡ музыка инструментарийы күп төрлө. Аэрофондар төркөмөнә (тынлы музыка ҡоралдары) ҡурай, һорнай, борғо (һыбыҙғы; һунарҙа сигнал ҡоралы, мөштөгө булған конус рәүешле ағас торба, оҙонлоғо яҡынса 800 мм, бармаҡтар өсөн 1—2 тишеге була йәки тишекһеҙ), һыҙғыртмаҡ (һыҙғыртҡыс; уйнау өсөн тишектәре булмаған ағастан ирен флейтаһы), һыҙғыртмауыҡ (балалар музыка ҡоралы,балсыҡтан яһала,бармаҡтар өсөн 2—3 тишеге була, ҡош, хайуан һ.б. формала эшләнә) инә. Хордофондар төркөмө (ҡыллы) — думбыра, ҡыл ҡумыҙ, ятағандан; мембранофондар төркөмө (ярылы) дөңгөр, киле (литавраның аналогы, ағас һауыт, өҫтө күн мембрана м-н ҡаплана, тауыш сығарыу өсөн шаҡылдаҡ файҙаланыла), дөмбөрҙәк (ағас мискә, диам. яҡынса 500 мм, бейеклеге — 800 мм, бер яҡтан ат ҡылы бәйләме беркетеп ҡуйылған мембрана м-н көпләнә, бәйләмде тартҡанда һәм ысҡындырып ебәргәндә тоноҡ һәм ҡалын тауыштар сығара), нәғрәнән (ҡыуыш эсле цилиндрик ағас корпус, диам. яҡынса 150 мм, бейеклеге — 400 мм, ике яҡтан күн мембрана м-н тышлана, тауыш ике яҡҡа һуғып сығарыла) тора. Идиофондар төркөмөнә (үҙенән-үҙе яңғыраусы) ҡумыҙ, шаҡылдаҡ (сулпылы рам, тауыш ҡоралды һелкетеп сығарыла), ҡыңғырау, ҡайраҡ (кастаньетаның аналогы, тауыш шымартылған бер пар яҫы ташты бер-береһенә һуғып сығарыла); тояҡ (йылҡының эшкәртелгән ҡуш тояғы), таяҡ (ҡаты ағас төрҙәренән ике таяҡ, оҙонлоғо яҡынса 150 мм), һайғау (ксилофондың аналогы, төрлө оҙонлоҡтағы бер нисә шыйҙанан тора, уларға ағас сүкештәр м-н һуғалар); саң (элеп ҡуйылған металл предмет, уға шаҡылдаҡ м-н һуғалар, кешеләрҙе сходҡа һ.б. сараларға йыйыу өсөн сигнал рәүешендә ҡулланылған), хайран (танау формаһында бөгөлгән алюмин фольга киҫәге, бер ҡул м-н тотоп танауға ҡуялар, танауҙан тын сығарыу юлы аша барлыҡҡа килгән тауышҡа өҫтәмә эффект биреү өсөн икенсе ҡул м-н ишаралар яһайҙар) ҡарай. 19 б. аҙ. башҡорттарҙың муз. мәҙәниәтенә гармун, мандолина һәм скрипка инә. 20 б. аҙ. алып Х.м.ҡ. тергеҙеү башлана: 1976 й. оҫта В.Ш.Шөғәйепов ағас шпондан ҡурай яһау технологияһын уйлап таба, 1981 й. ул башҡорт думбыраһының тәүге өлгөләрен эшләй. 1992 й. ӨДСИ эргәһендә А.М.Ҡобағошов тарафынан Х.м.ҡ. етештереү б-са эксперименталь оҫтахана ойошторола. Оҫталар араһында М.М.Абҙанов, С.У.Баймөхәмәтов, А.Н.Владимиров, Р.М.Ғәлимов, Г.Р. Ғәлимова, Ә.Я.Йәнғужин, Ғ.С.Ҡобағошов, Р.Ф.Хөснуллин бар. Х.м.ҡ. оркестрҙарҙа һәм ансамблдәрҙә фай­ҙаланыла (ҡара: Инструменталь ансамблдәр, Халыҡ ҡоралдары милли оркестры).

Әҙәб.: К у б а г у ш е в А.М. Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997; Р а х и м о в Р.Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганолог. исслед. Уфа, 2006.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова