ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының Х.т. булараҡ ойошторола, 2011 й. алып “Өсөнсө быуын” (“Третье поколение”) халыҡ театры (театрға нигеҙ һалыусы һәм 1-се художество етәксеһе П.А.Шеиндың исеме бирелә). 1985 й. башлап “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге постановка – Н.И.Мирошниченконың “Өсөнсө быуын”әҫәре.1982—2013 йй. театрҙа 80-дән ашыу спектакль ҡуйыла: С.А.Есенин поэмаһы б-са “Анна Снегина”, А.М.Володиндың “Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе” (“Мать Иисуса”), А.Н.Арбузовтың “Минең меҫкен Маратым” (“Мой бедный Марат”), Б.Шоуҙың “Пигмалион”, Шолом- Алейхем әҫәрҙәре б-са Г.И.Гориндың “Иҫкә алыу доғаһы” (“Поминальная молитва”), А.А.Цагарелиҙың “Ханума” пьесаһы б-са “Хануманың мутлыҡтары” (“Проделки Ханумы”), И.В.Штоктың “Шайтан тирмәне” (“Чёртова мельница”) һ.б. Составына И.Б.Белов, С.В.Корнилова, М.А. һәм Ю.А. Никульченколар, В.А.Улитин, А.М.Ходорев, М.К.Шәйҙуллин һ.б. инә. Спектаклдәрҙе БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-рҙәре О.А.Буслаева һәм Ю.Г.Стульников (2008 й. алып художество етәксеһе), Шеин һ.б. ҡуя, художество биҙәлеште В.И.Плекунов, А.И.Кореликов һ.б. башҡара.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов