ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, халыҡ мәктәптәре, Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем халыҡ массалары уҡый алырлыҡ башланғыс уч-щеларҙың дөйөм атамаһы. 1786—1804 йй. төп халыҡ училищеларының һәм кесе халыҡ училищеларының рәсми исеме. “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение” (1864, 1874) б-са Х.у. бөтә ведомстволарҙың, айырым шәхестәрҙең һәм йәмәғәт ойошмаларының (ш. иҫ. земстволарҙың) башланғыс мәктәптәре, ш. уҡ йәкшәмбе мәктәптәре ҡарай. Ҡаҙна, ауыл йәмғиәттәре, земстволар һәм айырым шәхестәр аҡсаһына тотола, бөтә ҡатламдарҙы ҡабул итә. Уҡыу түләүһеҙ була. Айырым (малайҙар һәм ҡыҙ­ҙар өсөн) һәм ҡатнаш Х.у. эшләй. Уҡыу курсы — 2—3 йыл. 1918 й. ябыла йәки берҙәм хеҙмәт мәктәбенең төрлө типтарына үҙгәртелә (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре).

1860 й. Ырымбур губернаһында 233 Х.у. (7609 уҡыусы), 1900 й. Өфө губернаһында — 860 (45537), Ырымбур губ. 1284 Х.у. (73209 уҡыусы) иҫәпләнә. 1917 й. Өфө губ. 2009 Х.у. (1146 урыҫтар, 863 башҡа милләттәр өсөн Х.у.) була, шуларҙың 1339-ы земствоға, 221-е Халыҡ мәғарифы министрлығына, 370-е дини ведомствоға, 79-ы башҡа ведомстволарға ҡарай; ҡалаларҙа — 99, ауылдарҙа 1910 Х.у. эшләй.

Х.у. өсөн кадрҙар әҙерләү м-н Өфө уҡытыусылар институты, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе һ.б. шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡара: Башланғыс белем.

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001.

М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина