ХАЛЫҠ‑АРА ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Белорет ҡ. филиалы 1993 й. вәкиллек булараҡ асыла, 1998 й. алып филиал. Филиал составына юридик, иҡтисад һәм идара итеү ф-ттары, уҡытыу-методика бүлеге, ин-т кафедраларының 7 бүлексәһе инә. Китапханаһы, интернет-класы бар. Уҡытыу ситтән тороп уҡыу бүлегендә 3 йүнәлеш б-са алып барыла. 55 уҡытыусы араһында 9 фән д-ры һәм 35 фән канд. бар (2014). 2,5 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2014). Дир. — В.А.Ёлкин (1993 й. алып). Филиал терр-яһында А.Г.Серебрянниковҡа һәйкәл ҡуйылған.

В.А.Ёлкин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина