ХАЛЫҠ‑АРА ШАШКА УЙЫНДАРЫ, йөҙ шаҡмаҡлы шашка, спорт төрө, шашка уйнауҙың бер төрө. Башҡортостанда Х.-а.ш.у. үҫеше 20 б. 60-сы йй. башында Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионда урыҫ һәм халыҡ-ара шашкалар секцияһы асылыуға бәйле (етәксеһе Ю.Г. Огородников). 1982 й. Ишембай ҡ. Пионерҙар һарайында шашка түңәрәге ойошторола, 1990 й. шашка буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, 1999 й. “Нефтсе” проф. шашка клубы (ҡара: “Башнефть”) асыла. Респ. Европа чемпиондары кубогы (2001), донъя чемп. исеменә матчтар (2003—04), ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәшен тиҙлегендә уйнау б-са донъя чемпионаты һәм Донъя кубогы (икеһе лә — 2011), ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемп. исеменә матч (2008) һәм донъя чемпионаты (2010), кадеттар араһында донъя беренселеге (2008); 1986 й. алып СССР, РСФСР, Рәсәй беренселектәре һәм кубоктары үткәрелә. “Башнефть” клубының ир-егеттәр командаһы — Европа чемп. (2000—01), Европа шашка конфедерацияһының кубогын яулаусы (2000—01, 2004—07, 2009—10), 2000—10 йй. шашка клубтарының Европа рейтингында 1-се тора; клубтың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — Европа шашка конфедерацияһының кубогын яулаусы (2002, 2004) һәм көмөш призёр (2001, 2003, 2010), клубтар араһында Рәсәй чемп. (2000—01, 2004). Халыҡ-ара ярыштарҙа А.С.Георгиев, Г.Р.Георгиева, В.И.Мильшин, Е.А.Мильшина, Т.М.Танһыҡҡужина һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. 60—70-се йй. С.П.Огородникова — СССР; Л.М. Ильясова, Огородников, С.П. Огородникова, К.А.Турий, 80-се йй. Т.Ю. Огородникова РСФСР чемпионаттары еңеүселәре була. Донъя беренселектәре еңеүселәре: Р.Р.Ишмәтов (2002), А.И.Иҙрисова (2005), А.Р. Шәйбәков (2005, 2008), О.В.Абдуллина (2008), Д.Р.Рысаев һәм М.И. Шәрәфетдинов (икеһе лә — 2010). Европа беренселектәре еңеүселәре: Абдуллина (2002— 04), Ә.М.Әминева (2002, 2007), Шәйбәков (2003—05, 2007), Г.Ә.Әбүбәкерова (2006), Иҙрисова (2004—05, 2007—10). 1958 й. башлап БР Шашка федерацияһы эшләй. 2002 й. Өфөлә “Халыҡ-ара шашка федерацияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы булдырыла. Өфө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы һ.б. ҡалаларҙың ДЮСШ-ларында Х.-а.ш.у. б-са секциялар һәм бүлектәр эшләй, уларҙа 10 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). Х.-а.ш.у. м-н Ю.В.Черток, Бөтә донъя шашка федерацияһы арбитры А.П.Мельников, бөтә Рәсәй категориялы судьялар Й.Х.Саҡаев, В.Д.Чернышёв һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ю.В.Черток

Тәрж. М.Н.Моратшина