ХАЛЫҠ‑СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ПАРТИЯҺЫ, халыҡ социалистары, энестар, 1906—18 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Социал‑революционерҙар партияһында уң ҡанат барлыҡҡа килеүгә бәйле Ойоштороу конференцияһында (Финляндия, нояб.) булдырыла. Ойоштороу йыйылышын саҡырыу, конституция ҡабул итеү, алпауыт ерҙәрен дәүләт тарафынан һатып алыу нигеҙендә национализациялау һәм крәҫтиәндәргә бүлеп биреү, “эшселәр мәсьәләһе”н законға ярашлы хәл итеү, гражданлыҡ тигеҙлеге, демократик хоҡуҡтар һәм азатлыҡ, милләттәрҙең автономияһы һ.б. өсөн сығыш яһай. Энестар сәйәси көрәштең көс ҡулланылмаған, парламент алымдары яҡлы була. 1907 й. июнендә 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы таратылғандан һуң эшмәкәрлеген туҡтата. 1917 й. июнендә хеҙмәтсәндәрҙең парламент фракцияһы м-н берләшеп эшмәкәрлеген дауам итә. Октябрь революцияһынан һуң халыҡ социалистары большевиктарға ҡаршы сығыштарҙа һәм хөкүмәттәрҙә ҡатнаша. 1918 й. йәйендә партия йәшерен эшмәкәрлеккә күсә һәм айырым төбәк ойошмаларына бүленә. Партия лидерҙары: С.Я.Елпатьевский, В.А.Мя­котин, А.В. Пешехонов һ.б. Баҫма органдары: “Русское богатство” (“Урыҫ байлығы”) ж., “Народное слово” (“Халыҡ һүҙе”), “Общественное дело” (“Йәмәғәт эше”) гәз. һ.б.

Башҡортостанда халыҡ социалистарының тәүге ойошмалары Февраль революцияһынан һуң ойошторола. Йәй көнө Х.-с.х.п. Өфө бүлексәһе, Бөрө ҡ. төркөмө, Өфө губерна ком-ты булды­рыла. Өфө губернаһында 100-гә яҡын энес иҫәпләнә. Июлдә В.Ф.Герасимов Өфө губ. Ваҡытлы хөкүмәт комиссары итеп тәғәйенләнә. Өфө ҡала думаһына һайлауҙа социал-демократтар һәм һул эсерҙар м-н бер блокта сығыш яһай, 102 урындан бер урын ала. Сент. партияның 4 вәкиле Өфө советына һайлана (дек. саҡырып алына). Окт. Өфө ҡала думаһы ултырышында больше­виктарҙың власты баҫып алыуына ҡаршы була. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙа (нояб.) Өфө һайлау округынан урын алмай. 1917 й. дек. – 1918 й. Өфө энестары большевиктарға ҡаршы көстәр яғында сығыш яһай, урындағы “Ойоштороу йыйылышын яҡлау союзы” составына инә. Йәй — көҙ Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте яҡлы була, Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша. Өфө ҡала думаһы ултыры­шында А.В.Колчактың дәүләт түңкәрелешен тәнҡитләй. Граждандар һуғышынан һуң төбәктең халыҡ социалистары эшмәкәрлеген туҡтата. Х.-с.х.п. Өфө губерна ком-ты рәйесе: А.И. Свечников. Баҫма органдары: “Народный социалист” (“Халыҡ социалисы”), “Труд” (“Хеҙмәт”) гәзиттәре.

Әҙәб.: М о р д в и н ц е в Г.В. Народные социалисты Уфимской губернии в 1917—1918 гг.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин