ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ЙОРТО, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә тотороҡлолоҡто һаҡлау һәм нығытыу, респ. терр-яһында йәшәгән халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәрен тергеҙеү, һаҡлау һәм рациональ ҡулланыу б-са милли‑мәҙәни берекмәләр һәм тарихи‑мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеге өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторолған дәүләт учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. Башҡ-н Республикаһы Х.д.й. булараҡ асыла. Х.д.й. 38 милли-мәҙәни һәм 14 тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй (2012). Дуҫлыҡ йорто милли-мәҙәни берекмәләрҙең йыйылыштарын, конференцияларын, съездарын, сәнғәт фестивалдәре, ижад смотрҙары, күргәҙмәләр, халыҡ байрамдары һәм йолаларын үткәреүгә, музейҙар, халыҡ театрҙары, халыҡ ҡоралдары оркестрҙарын, фольклор ансамблдәрен һ.б. ойоштороуға, тарихи-мәҙәни үҙәктәр терр-яһында урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға булышлыҡ итә; был объекттар базаһында мәҙәни туризм өсөн инфраструктура төҙөй; мәғлүмәт-белешмә баҫмалар сығара һ.б. Дир.: З.З.Харрасов (1995 й. алып), И.Н.Әхмәҙиев (1997 й. алып), Ш.С. Алсынбаев (1998 й. алып), В.Х.Аҙнаев (2009 й. алып).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев